Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе 78 йәшен тултырыусы ағинәй Вәсилә Бәҙрислам ҡыҙы Сафина күптән ошо йортҡа алтаҡта ҡуйҙырып, хәтерҙе мәңгеләштереү ниәте менән йәшәй. Ниһайәт, быйыл бөтә илебеҙ менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән көндә Вәсилә апайҙың ҡыҙы Земфира әсәһенең хыялын тормошҡа ашыра. Ауыл Советы вәкилдәре, әүҙем йәмәғәтселәр ҡатнашлығында улар бергәләп Нурулла Дәүләтгәрәй улы буй еткереп һуғышҡа киткән һәм яуҙан Еңеү менән ҡайтҡан йортҡа иҫтәлекле алтаҡта элә.
- Нурулла Дәүләтгәрәй улы минең ике туған ағайым. Беҙҙең атайҙарыбыҙ бер туған. Ул 1923 йылдың 25 июлендә тыуған, мин 1942 йылдың 21 июлендә донъяға килгәнмен. Уның ата-әсәһе йәшләй вафат була. Өс йәшлек Нурулла ағайымды һәм бер йәше лә тулмаған Тәьмилә апайымды ата-әсәйем менән өлөсәйем ҡарап үҫтерә. Әлеге мин йәшәгән ошо йорттан ул һуғышҡа китә. Бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, Нурулла ағайымдың фронттан ҡайтҡанын аҙраҡ хәтерләйем. Төн ине, барыһы ла йоҡлағанда ҡайтып инеп, бергәләп ҡыуанышып, ҡосаҡлашып илашҡандары хәтеремдә. Еңгәмде лә ошо йортҡа килен итеп алып килгәйне. Артабан улар башҡа сығып, икенсе урамда айырым йәшәне. Хаҡлы ялға сыҡҡас, улар Өфөгә күсеп китте. Гел генә балалары, ейәндәре менән ошо йортҡа ҡайтып йөрөнө. Әле лә Сафиндар нәҫеле барыбыҙ ҙа ошо нигеҙгә йыйылабыҙ. Быйыл ғына, үҙизоляция режимы булғас, ситтән ҡайта алманылар. Иҫтәлекле алтаҡтаның ошо йортҡа ҡуйылыуы, минеңсә, дөрөҫ булалыр. Һуғыш осоро кешеләре һирәгәйә, улар менән тарихыбыҙ ҙа юғала. Ошо алтаҡта тарихи хәтерҙе һаҡлап, киләсәк быуынға еткерер, - тип тәьҫораттары һәм хәтирәләре менән бүлеште Советтар Союзы Геройы Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафиндың һеңлеһе Вәсилә Бәҙрислам ҡыҙы.
Наилә Имаева.