Бөйөк Еңеү яулауҙа Асҡын районы яугирҙары ла ҙур өлөш инрдерә. Һуғыш еле һәр йортҡа, ғаиләгә ҡағыла.
Районыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышына 6 500-ҙән ашыу кеше киткән, уларҙың дүрт меңгә яҡынына тыуған яғына ҡайтыу бәхете теймәй.
Биш райондашыбыҙ — Мирзалихан Ғәбит улы Ғәбитов, Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов, Степан Александрович Казаков, Сергей Дмитриевич Пономарев, Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Шәрип Хәбип улы Васиков улгәндән һуң Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән. Асҡындар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафтарында ла Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын районыбыҙҙа ете яугир — Малик Ағзам улы Ғайсин, Фәтхелбаян Миңлеислам улы Миңлеисламов, Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы Әхмәтзакиров, Бәхтегәрәй Зиннәтулла улы Ғизәтуллин, Закирйән Ниғәмәтйән улы Ниғәмәтйәнов, Ғәлинур Шәйәхмәт улы Шәйбәков, Петр Семенович Усов, 22 фронтовик ҡатыны, 94 тыл хеҙмәтсәне, бер концлагерь тотҡоно ҡаршыланы.
Районда тантаналар һуғыш ветерандары стелаһына һәм обелискыһына сәскәләр һалыуҙан башланды. Һуғыш ветарандары өсөн Еңеү парады ойошторолдо – һәр береһенең йорто алдынан парад үтте. Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин яугирҙарҙың барыһын да байрам менән ҡотланы, һаулыҡ һәм күңел тыныслығы теләне. “Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә!” акцияһы сиктәрендә ветерандарға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ла тапшырылды. Байрам алдынан “Еңеү вльсы”, “Еңеү тәҙрәләре”, “Еңеүҙе һүрәткә төшөрәбеҙ”, ”Еңеү тураһында шиғырҙар һөйләйбеҙ”, “Еңеү тураһында уҡыйбыҙ”, ә байрам көнөндә “Ветерандар йорто эргәһендә парад”, “Бергә йырлайбыҙ” , “Үлемһеҙ полк” акциялары уҙҙы, онлайн-концерт әҙерләнде. Асҡындар бер минут тын ҡалып яугирҙарҙы иҫкә алды, ә аҙаҡтан Еңеү салюты атылды.
Үҙизоляция режимы шарттарында асҡындар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршыланы.