Әлеге көндә конкурстың икенсе – зона этабы бара. Бөгөн Өфөләге Ҡала мәҙәниәт һарайында Өфө, Нуриман, Иглин, Кушнаренко, Благовещен райондары һәм баш ҡала һәүәҫкәрҙәренең тәүге этапта еңеү яулаған сығыштары тәҡдим ителергә тейеш ине. Киҙеүгә бәйле иғлан ителгән карантин арҡаһында сара 26 февралгә күсерелде. Әйткәндәй, халыҡ таланттарының бай йөкмәткеле концерттарын теләге булған һәр кем тамаша ҡыла ала: инеү бушлай.