Байрам Дан аллеяһында яҡташыбыҙ, райондың почетлы гражданы, Рәсәй геройы Владимир Әлимовтың бюсын асыуҙан башланды.
Уҙған йылда бирелә Социалистик Хеҙмәт Геройы Василий Дульцевҡа бюст ҡуйылғайны. Шулай итеп, ике ҡаһармандың бюсы ҡуйылған аллея Ҡариҙелдең иҫтәлекле урынына әйләнде: береһе Василий Дульцевтың фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында һөйләһә, икенсеһе Владимир Әлимовтың хәрби батырлығын мәңгеләштерҙе. Беренсе геройыбыҙ мәрхүм инде, ә легендар осоусы, аллаға шөкөр, иҫән-һау, тыуған яғына йыш ҡайтып йөрөй. Байрамды алып барыусылар Руслан Ильясов менән Эльза Карамова Владимир Ришат улының тормошо һәм хәрби батырлыҡтары тураһында һөйләне.
Йыйылған халыҡты район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин тәбрикләне. Ул бөтәһен дә Республика көнө менән ҡотлап, данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү эшен башлап йөрөүселәргә, аҡсалата ярҙам итеүселәргә, райондың барлыҡ халҡына рәхмәт белдерҙе. Ҡариҙелгә байрам тантанаһына килгән Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов та сығышында ҡариҙелдәрҙең яҡташтарының батырлыҡтары менән ғорурлана алыуҙарын билдәләп үтте. Митингыла ҡатнашыусылар Геройҙарҙың бюсына сәскәләр һалды һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.
Республиканың 100 йыллығына бағышланған тантаналы саралар Мәҙәниәт һарайында дауам итте. Фойела ҡунаҡтар күргәҙмә менән танышты, ул муниципалитеттың ҡаҙаныштары тураһында һөйләй ине. Биҙәү-ғәмәли сәнғәт әйберҙәре, тарихи фотолар, башҡа йыһаздар районыбыҙҙың матур үткәне тураһында күҙалларға мөмкинлек бирҙе.
Предприятиелар һәм учреждениелар, ауыл биләмәләре вәкилдәре, хеҙмәт ветерандары, саҡырылған ҡунаҡтар зал тултырып байрамға йыйылғайны. Уларға Ҡариҙел районы тураһында фильм күрһәтелде. Хакимиәт башлығы Илдар Ғарифуллин халыҡты оло байрам менән ҡотланы. Илдар Вил улы Башҡортостандың сәскә атыуына ҡариҙелдәрҙең дә ҙур өлөш индереүен билдәләп, фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән республика данын булдырған кешеләрҙе атаны. Тантаналы шарттарҙа хеҙмәт коллективтарының иң яҡшы вәкилдәренә — табип, уҡытыусы, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе, водитель, бухгалтер, иҡтисадсы һәм башҡа һөнәр эйәләренә “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә — 100 йыл” юбилей миҙалдары, район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Республика вәкиле Ринат Ғәлимов ҡариҙелдәрҙе республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотланы. Ул төбәк ҡаҙаныштары менән таныштырып, район халҡына республика үҫешенә индергән хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы — илебеҙ өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға. Етәкселәргә һәм муниципалитет халҡына уңыштар, именлек һәм муллыҡ теләйем, — тине Ринат Сәхи улы.
Был көндө мәғариф бүлегенең мәғлүмәти-методик үҙәге директоры Елена Ғибәҙуллина һәм Балалар спорт мәктәбенең күләмле спорт буйынса директор урынбаҫары Раушан Муллаяров — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамоталары, Ҡариҙел 2-се балалар баҡсаһы мөдире Фәнизә Барыева һәм Ҡариҙел 2-се урта мәктәбенең география уҡытыусыһы Гүзәл Исламова — “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһе, уҡытыусылар Наталья Ғәлиева (Байҡы мәктәбе), Нәфис Ғәлимйәнов (Ҡортлокүл), Зинфира Вәлиәхмәтова (Байҡыбаш) — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле етәксеһе Рәфилә Мөнирова Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Байрам концерты был иҫтәлекле көндөң әһәмиәтенә, тантанаһына арналды. Райондың иң яҡшы үҙешсән сәнғәт коллективтары ҡунаҡтарҙы йырҙары, бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Балалар сәнғәт мәктәбенең “Гармония” хоры, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Рәсәйҙәр” халыҡ хоры, Ҡариҙел күп функциялы клубының "Сөмбөл" һәм район Мәҙәниәт һарайының “Дуҫтар” вокаль ансамблдәре, “Провинция” вокаль-инструменталь ансамбле, Балалар ижады үҙәгенән “Сулпылар” бейеү ансамбле, йырсылар Илүзә Хөсәйенова, Мөғәниф Әбраров, Ксения Гордиенко, Эльвира Ғабдинурова, Марат Мәҡсүтов үҙҙәренең оҫталыҡтары менән сараны тағы ла йәмлерәк итте.
Республика көнөн байрам итеү сиктәрендә “Олимпиясы” физкультура-һауыҡтырыу комплексында каратэ, бокс, гер күтәреү буйынса спорт секцияларында шөғөлләнеүсе балалар үҙҙәренең һәләтен күрһәтте, ә Ҡариҙел стадионында ГТО нормативтарын тапшырҙылар.
Йәш спортсыларҙың күрһәтмә сығышын район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин да ҡараны. Ул оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, бокс буйынса бер нисә күнекмә күрһәтте.