Бөтә яңылыҡтар
12 Октябрь 2019, 02:09

Берсә бөркөткә, берсә Салауат һынына әүерелеп...

Көнө буйы бар Башҡортостанды шаулатҡан Республика көнө Өфөлә лазерлы шоу һәм байрам салюты менән тамамланды.


Лазер уҡтары берсә бөркөт булып талпынды, берсә тау һырттарына әүерелде, берсә Салауат Юлаев һәйкәленә, аҙаҡ Башҡортостаныбыҙ гимнына әүерелде.


Байрам салютынан һуң кешеләрҙе туҡталыштарҙа ҙур "Башавтотранс" автобустары көтә ине. Ирекһеҙҙән бынан бер нисә йыл элек "Пазик"тарға консервалағы балыҡ хәленәсә тыңҡыслап тултырылған саҡтар хәтергә килде. Быйыл был йәһәттән ентекле әҙерлек әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.


Йәнә лә бер һөйөндөргән күренеш – ул байрам сараларының киске сәғәт ундан да ҡалмай тамамланыуы.


Быларҙың барыһы ла бөгөнгө Республика көнөнә матур нөктә ҡуйҙы.


Автор: Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: