Республика көнө алдынан Биләмә-ара үҙәк китапханаһының мәғлүмәти-масса-күләм эш бүлеге баш китапханасыһы Фәриҙә Сәлихова менән библиограф Гөлфиә Хамматова Башҡорт һөнәри ауыл хужалығы колледжында ҡунаҡта булды. Улар “Республикам көнө” тигән тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте үткәрә. Тәүҙә Башҡортостан Республикаһы ойошторолоу тарихы, уның героик үткәне һәм хәҙергеһе, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, тәбиғәт байлыҡтары тураһында һөйләйҙәр. Артабан мәғлүмәтте нығытыу маҡсатында “Тыуған яҡты белеүселәр” уйынын ойошторалар. Уҡыусылар һорауҙарға ихлас яуап биреп, тыуған яҡтарын яҡшы белеүҙәрен күрһәтә. Сара Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры менән тамамлана.