Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь 2019, 13:37

Бала саҡ илендә оло юбилей

Ҡариҙел районында республика мәктәпкәсә белем биреү системаһына 100 йыл тулыу байрам ителде

Район Мәҙәниәт һарайында республика мәктәпкәсә белем биреү системаһы юбилейына һәм күптән түгел билдәләнгән Тәрбиәселәр көнөнә бағышланған тантаналы сара үтте.

Байрам кәйефе фойенан уҡ һиҙелеп тора, унда тәрбиәселәр һәм балаларҙың бай фантазияһы сағылдырылған матур күргәҙмә ойошторолғайны.

Педагогтарҙы һәм ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Нәжметдинова ҡотланы.

Рәмил Вәлинуров үҙенең сығышында мәктәпкәсә тәрбиәнең кешенең киләсәк тормошона нигеҙ булыуын, учреждениеларҙа балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырыуҙың мөһимлеген, район педагогтарының муниципалитет белем биреү системаһына индергән ҙур өлөшөн билдәләп үтте. Рәмил Карам улы барыһын да оло юбилей менән ҡотланы, тәрбиәселәргә яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләне.

Ысынлап та, был өлкәлә үҙ эштәренә бар күңел йылыһын, тырышлығын һалған кешеләр эшләй. Йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә ирешкән уңыштары һәм республика мәктәпкәсә белем биреү системаһына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү уңайынан иң яҡшы учреждениелар, етәкселәр, педагогтар район хакимиәтенең һәм район мәғариф бүлегенең Почет грамоталары менән бүләкләнде.

“Тамаша” халыҡ театры етәксеһе Г. Әхмәтова үҙешмәкәр сәнғәттә иң әүҙем ҡатнашҡан балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре Л. Ғатауллина һәм Р. Кашаповаға мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ә педагогик хеҙмәт ветерандарына байрам гөлләмәләре бүләк ителде.

“Балалар баҡсаһы тормошо”, “Педагогтың ижад оҫтаханаһы”, “Киләсәк балалар баҡсаһы” номинацияларында Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу байрамға йәм өҫтәне. Байҡы балалар баҡсаһы фотоконкурстарҙа беренсе һәм икенсе урындарҙы алды, шулай уҡ Урғыш, Ҡараяр, Әтнәш, Байҡыбаш, Ҡариҙелдең 2-се һәм 4-се балалар баҡсалары ла бүләктәр менән дәртләндерелде.

Ҡунаҡтар кескәйҙәрҙең “До-ре-ми” (1-се балалар баҡсаһынан), “Һин мине яратаһыңмы” (3-сө балалар баҡсаһы), “Тәрбиәсегә” (4-се балалар баҡсаһы), “Хулиган” (Д. Хисамов, 1-се балалар баҡсаһы) йырҙары, шулай уҡ Абыҙ мәктәбенең мәктәпкәсә йәштәгеләр, 1-се балалар баҡсаһының “Микс” төркөмдәре сығышын һоҡланып ҡараны.

Ф. Шәнгәрәев башҡарыуындағы “Беҙ һеҙгә бәхет теләйбеҙ” йырына сара аҙағында ҡунаҡтар ҙа ҡушылды.

Сара алып барыусылар Ф. Шәнгәрәев, Э. Карамова һәм кескәй артистарҙың сағыу сығыштары менән юғары кимәлдә үтте, ике сәғәт дауамында сәхнәлә һәм залда байрам кәйефе булды. Ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар бай йөкмәткеле итеп әҙерләнгән концерт программаһынан, йылы осрашыуҙан һәм матур һүҙҙәрҙән ыңғай тәьҫораттар һәм илһам алып таралышты.


Люция КАРАМОВА
Читайте нас: