Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 11:24

Юбилей миҙалдары тапшырылды

Республика көнө уңайынан үткәрелгән тантаналы сарала райондың үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм асҡындар Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары менән бүләкләнде.

Байрам тантанаһын асып, район хакимиәте башлығы Ришат Дихин йыйылыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителеүҙең 29 йыллығы менән ихлас ҡотланы, был байрамдың ысын мәғәнәһендә республикабыҙҙың бөйөклөгөн кәүҙәләндереүен һәм уның данлы үткәнен символлаштырыуын билдәләне. Артабан Ришат Марат улы райондың бөгөнгө социаль-иҡтисади торошо, һуңғы 9 айҙа башҡарылған эштәр, төрлө тармаҡтарҙа өлгәшелгән ҡаҙаныштар хаҡында һөйләне, райондың ыңғай үҫеш динамикаһын, артабанғы перспективаларҙы һәм йүнәлештәрҙе билдәләне.
Республика көнө уңайынан Урал Килсенбаев та асҡындарҙы ихлас ҡотланы. Асҡын районының республикабыҙ тарихында үҙ урыны барлығы хаҡында билдәләп, Урал Таһир улы Башҡортостандың бөгөнгөһөн байҡаны, киләсәгенә күҙ һалды.
Артабан республика вәкиле райондың үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм асҡындарға Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Читайте нас: