Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 13:09

Республиканы данлап

Республика көнө уңайынан ойошторолған тантаналы сара сағыу байрам концерты менән тамамланды.

Асҡын районының халҡы, тәбиғәте, күренекле һәм иҫтәлекле урындары тураһында видеоролик ҡарағандан һуң байрам концерты башланды. Асҡын 1-се мәктәбе уҡыусылары Башҡортостаныбыҙ тураһында тасуири итеп шиғырҙар уҡыуға, сәхнәгә Рәзинә Фәйзуллина етәкселегендәге “Бөркөттәр” халыҡ вокаль ансамбле сыҡты. Улар “Беҙҙең ил” йырын башҡарғанда Башҡортостаныбыҙ менән ғорурланып ултырҙыҡ. Ҡашҡа мәҙәниәт йортоноң — “Дуҫлыҡ” , район Мәҙәниәт йортоноң “Ләйсән”, “Мелодия”, “Күк сәскә” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең вокаль, “Йәйғор”, “Карауан” бейеү ансамблдәре сығышы сараға йәм өҫтәне.
Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев яҙған «Шайморатов генерал»ды ысын егеттәрсә рухлы итеп башҡарып тамашасыларҙы һоҡландырған Упҡанкүл мәктәбе уҡыусыһы (етәксеһе Зөлфиә Маҙһарова) Илгиз Әйүповты залдағылар көслө алҡыштарға күмде. Зөлфиә Наил ҡыҙы башҡарыуындағы йыр ҙа күңелдәребеҙгә илһөйәрлек рухы өҫтәне.
Береһенән-береһе дәртле, сағыу номерҙарҙан торған концерттан сәмләнеп, рухланып, ғорурлыҡ хисе менән таралышты тамашасылар.
Наилә Имаева.
Читайте нас: