Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 18:44

Оркестр-кеше

Байрам концертында сығыш яһаусы Тәтешле Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Айнур Ҡыямов уйын ҡоралдарында виртуоз уйнауы менән барыһын да таң ҡалдырҙы һәм һоҡландырҙы.

Тәүҙә сәнғәт училищеһын, артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурай класын тамамлаған Айнур хеҙмәт юлын тыуған Тәтешле районында башлай. Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыусыларға ҡурайҙа уйнау серҙәрен өйрәтә. Һәләтле педагог “Ирәкте” исемле ҡурайсылар ансамблен дә ойоштороп, республика конкурстарында ҡатнаша.

Билдәле ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов, уның ҡустыһы, билдәле музыкант-йырсы Заһир Зәйнетдиндән ҡумыҙҙа уйнау, өҙләү буйынса ла оҫталыҡ дәрестәре алып, үҙенең музыкаль белемен камиллаштыра.

Бөгөн Айнур Ҡыямовты ҡурайсы итеп кенә түгел, ә виртуоз тальянсы, ҡумыҙсы, өҙләүсе һәм төрлө байрам сараларын, юбилей, туйҙарҙы күңелле итеп алып барыусы булараҡ та беләләр.

Мәләүез ҡалаһында үткән “Төпкөлдә” тигән төбәк-ара фестиваль-конкурста Айнур Ҡыямов Гран-при яулай.

Бына шундай оҫтаны асҡындарға ла күреү бәхете тейҙе концертта. Айнур Ҡыямов тальян, ҡурай, ҡумыҙҙа халыҡ көйҙәренә попурри уйнап, өҙләне. Бер кешелә ни ҡәҙәр һәләт, моң, дәрт-дарман, тырышлыҡ булыуына һоҡланды тамашасылар. Афарин, Айнур!
Читайте нас: