Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 18:51

Асҡындарҙы “Эрвел” ансамбле сәләмләне

Республика көнөнә бағышланған байрам концертында Мишкә районының бөтә республикаға танылған Ирина Имаева етәкләгән “Эрвел” халыҡ бейеү ансамбле сығышы асҡындар өсөн ысын мәғәнәһендә көтөлмәгән бүләк булды.

Ансамблдең дүрт егете иҙәндәрҙе һелкетеп, күңелдәрҙе елкендереп “Тыпырҙыҡ” мари бейеүен башҡарҙы. “Вәт исмаһам, бейейҙәр!” — тип алҡышланы тамашасылар мишкәләрҙе.

Байрам концертында төрлө милләт халыҡтарының йыр-бейеүҙәре башҡарылыуы районыбыҙҙа һәм республикабыҙҙағы милләт–ара татыулыҡты күрһәтә.
Читайте нас: