Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 11:38

Асҡында хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Тантанала ҡатнашыусы Шамил Ғосман улы Шәрипов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Газпром Трансгаз Уфа” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов та асҡындарҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Шамил Ғосман улы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Бына улар — бүләкләнеүселәр: шәхси эшҡыуар Лилиә Ҡыямова, район хакимиәте водителе Йәүҙәт Хафизйәнов, Ҡашҡа ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Гөлшат Нурдәүләтова, Асҡын үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы Фәнүдә Юнысова менән табип-педиатры Гөлнара Әхәтова, Асҡын районы ветеринария станцияһы начальнигы Руслан Ғәлләмов. Бүләкләнеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас: