Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 12:24

“Асҡын районының почетлы гражданы” исеме бирелде

Республика көнө уңайынан үткәрелгән сарала тантаналы шарттарҙа районыбыҙ үҫешенә тоҫ өлөш индергән хеҙмәт ветерандарына “Асҡын районының почетлы гражданы” исеме бирелде.

Маҡтаулы исемгә хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән, 13 йылдан артыҡ Асҡын районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Фларит Фоат улы Усманов, хеҙмәт ветераны, Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, “Вперед” колхозының элекке һауынсыһы Әфтүнә Ғилмийәрова, хеҙмәт ветераны, III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнгән “Ҡубияҙ” совхозының элекке һауынсыһы Әдиә Хисмәтуллина лайыҡ булды.
Шулай уҡ был маҡтаулы исемгә үлгәндән һуң тыуған яҡты өйрәнеүсе, БАССР ауыл хужалығының атҡаҙанған инженеры, 1987 йылдан 1991 йылға тиклем — КПСС район комитетының беренсе секретары, 1995 йылдан 1997 йылға тиклем район хакимиәте башлығы булып эшләгән Владимир Александрович Кавардаков һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1973 йылдан 1988 йылға тиклем Урмияҙ мәктәбе директоры булып эшләгән Мөҙәрис Карам улы Карамов лайыҡ булды. Награданы уларҙың яҡындары алды.
Наилә Имаева.
Читайте нас: