Бөтә яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 11:17

"Лайк" лайыҡлы еңеү килтерҙе!

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының 11-се этабы еңеүсеһе билдәләнде.

Ул – Борай районы егете Азамат Әғләмов! Уның “Лайк” ҡушаматлы аты хужаһын еңеүҙең беренсе баҫҡысына күтәрҙе. Икенсе урында – Ишембайҙан Денис Федоров (“Малыш” ҡушаматлы юртаҡ), өсөнсөлә – Тәтешленән Айназ Нуруллин (“Иркә”).
Беренсе урынды яулаған Азамат Әғләмовҡа – 15 йәш. Ул биш йыл инде ат спорты менән ныҡлап шөғөлләнә. Ағайҙары Алмас менән Әмир ҙә ошо спорт төрөн үҙ итә икән.
Азамат Әғләмовтың әйтеүенсә, уңыштарҙың барыһы өсөн дә егет иң башта атаһы Әлфиткә рәхмәтле. Ул улдарына бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырып үҫтергән.
Автор: А. НИЗАМОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/layk-layy-ly-e-e-kilter-e/
Читайте нас: