Бөтә яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 13:28

МОСТАЙ КӘРИМ ЮБИЛЕЙЫНА ФЛЕШМОБ

2019 йыл юбилейҙарға бай. Республикабыҙ ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеүҙән тыш, быйыл беҙ шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы ла билдәләйбеҙ.

Республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф министрлыҡтары ойошторған “Рус түгелмен, ләкин россиян мин!” йәштәр флешмобы бөйөк шағир, прозаик, драматург һәм публицисҡа арналған сараларҙың береһе буласаҡ.


Флешмобтың асылы шунда, ҡатнашыусылар Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин!” шиғырынан йәки шағирҙың башҡа әҫәренән дүрт юл йәки берәр юлын теләһә ниндәй телдә яттан һөйләй. Артабан видео төшөрөп, бер ролик яһайҙар һәм #нерусскийянороссиянин, #МустайКарим100, #молодежьРБ, #молодежьБашкортостана йәки, мәҫәлән, #молодежьАльшея хештегтары аҫтында социаль селтәрҙәргә урынлаштыралар.


Шиғриәт марафоны 15 ғинуарҙа башланып, классиктың тыуған көнөндә, 20 октябрҙә тамамлана.


Флешмоб йомғаҡтары буйынса иң яҡшы видео авторҙары республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан билдәләнәсәк.
Читайте нас в