Бөтә яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 19:08

Асҡындар “Мостайҙы уҡыйым” акцияһына дәррәү ҡушылды

#нерусскийянороссиянин #МустайКарим100 #АскинскийРайон

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы Республика көнөнә арнап, “Мостайҙы уҡыйбыҙ” тигән акция иғлан иткәйне. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған был сараға Асҡын үҙәк биләмә-ара китапханаһы етәкселегендә асҡындар ҙа ихлас ҡушылды.

Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы, районыбыҙҙың билдәле шағиры, бер нисә йыйынтыҡ авторы Альфред Хәжимуллин иһә Мостай Кәрим шиғырҙарына атап үҙе яҙған шиғырҙы уҡып, барыһын да һоҡландырҙы.

Асҡын ағинәйҙәре етәксеһе Йәриә Ялалтдинова, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова, “Йәнтөйәк” район-ара гәзите баш мөхәррире Наилә Имаева, Ҡубияҙ ауыл китапханасыһы Гөлүзә Закирова, һәүәҫкәр шағир Рәфҡәт Сәлимгәрәев үҙҙәренә оҡшаған шиғырҙы уҡыны.

Асҡын мәғлүмәт үҙәге коллективы Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” шиғырының тәүге строфаһын башҡортса, татарса, русса, мариса һөйләне.


Читайте нас: