Борай районының Борай ауылында 95 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын һалыу дауам итә. Уның дөйөм майҙаны — 1,4 мең квадрат метрҙан ашыу. Объект «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект» программаһына ярашлы төҙөлә.
«Төҙөлөш майҙансығында ҡыйыҡ ябыу эштәре тамамлана, параллель рәүештә биналарҙы эске биҙәкләү алып барыла. Газ ҡаҙанлығы ремонтланды. Балалар баҡсаһын төҙөү 2018 йылдың июнендә башланды һәм графикка ярашлы бара. Борайҙағы яңы балалар баҡсаһын быйыл август айында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана», — тип хәбәр итте Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.