Бөтә яңылыҡтар
16 Апрель 2019, 18:08

Ҡариҙел районының иҫтәлекле урындары

Ҡалаларҙың, ауылдарҙың, кешеләрҙеке кеүек үк, хәтере бар һәм буласаҡ. Үткән һәм хәҙерге көндәр, яу юлы үткәндәр, һәләк булғандар тураһында хәтер мәңгелек. Ҡариҙелдәр һәйкәлдәр, обелискылар, туғандар ҡәберлектәре үҙендә кәүҙәләндергән хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Районда 27 обелиск, ике стела, өс һәйкәл, алты мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 18 обелиск, өс туғандар ҡәберлеге, мемориаль таҡтаташтар паспортлаштырылған. Ҡариҙел район Мәҙәниәт һарайы эргәһендәге Еңеү һәм Тыныслыҡ паркында 4,5 метр бейеклектәге һалдат фигураһы тора. Был “Яугир-һалдат” һәйкәле 1985 йылда Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 40 йыллығына бағышлап ҡуйылған. Унда немец фашистары менән яуҙа һәләк булғандарҙың исемдәре яҙылған. Ә майҙанда, баҡыр һалдаттың аяҡ осонда, яугирҙар исемлеге менән капсула көпләп ҡуйылған. Ауылдың был тантаналы, иҫтәлекле урынында мемориаль таҡтаташта “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған” тигән һүҙҙәр яҙылған.

Автор-башҡарыусы З. Басиров, архитектор В. Быков, сүкеүсе А. Самыкин һәм форматор Р. Дәүләтшин һәйкәлде эшләүгә күп көс һалды.

Ҡариҙел ауылының көнбайыш яғында “Совет власын урынлаштырыу өсөн көрәштә баштарын һалған геройҙарға” обелискы урынлашҡан. Ул 1967 йылда Октябрь революцияһының 50 йыллығы уңайынан ҡуйылған. Эргәһендә В. Ленин бюсы тора (1970 йыл). Авторы — шул уҡ З. Басиров.

Дөйөм алғанда, районда обелискылар 60-70-се йылдарҙа барлыҡҡа килә. Һуңғыһы 1997 йылда Буртым ауылында Бөйөк Ватан һуғышында илде һаҡлаусыларға арнап ҡуйылған.

Районда шулай уҡ Граждандар һуғышында ҡатнашыусыларҙың туғандар ҡәберлектәре бар. Сәмәй ауылында — билдәһеҙ ҡыҙыл командир, Абыҙҙа партизан отрядын ойоштороусы һәм Байҡы районы Абыҙ ауыл Советының беренсе рәйесе А. Дроздов һәм ошо ауыл Советы секретары П. Лежнин күмелгән. Хәҙер уларҙың исемдәре менән Абыҙ ауылы урамдары аталған.

Туғандар ҡәберлеге шулай уҡ Ҡыҙылкүл, Байҡыбаш, Байҡы, Уразай ауылдарында бар.

Тарих һаҡлай Таш мәсет


Таш мәсет — иғтибарҙы йәлеп итә торған урын. Уның менән тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙә, ғалимдар ҙа ҡыҙыҡһына. Ә ул үҙ серҙәрен һаҡлай бирә.
Таш мәсет Байҡы йылғаһының бейек уң ярында Яҡуп менән Туйыш ауылдары араһында урынлашҡан. Таш мәсет риүәйәттәргә лә ингән. Бирелә Ҡаратабын (Ҡарағәзиз) ерләнгән тигән фекер ҙә бар. Ҡаратабын нәҫеле бик боронғо, атаҡлы Майҡы бейҙән (ҡайһы бер ғалимдар уны Байҡы бей ти) килә. Уныһы заманында Сыңғыҙхан менән таныш була. Хан хатта уның менән кәңәшләшкән, тигән һүҙҙәр ҙә бар. “Башҡорт ырыуҙары” китабында был хаҡта былай тиелә: “Ул урында Таш мәсет хәрәбәләре бар. Был мәсетте бер ваҡыт төнлә Ҡарасағәзиз шәкерттәренең изге әруахтары төҙөй башлаған була, ләкин әтәстәр ҡысҡыра башлай һәм эш тамамланмайынса ҡала. Ләкин былар дөрөҫмө? Таштар ысындан да, ғәрәфәт тауынан килтерелгәнме? Элекке хәбәрҙәргә ышанған хәлдә, был таштар Ғәрәбстан ерҙәрендә ялтырап ятҡан таштарға бик оҡшаш икән”.
Таш мәсеткә бәйле тағы бер риүәйәт бар. Имеш, был мәсетте Туймөхәммәт хәҙрәт төҙөгән (йыш ҡына уны “Туйыш хәҙрәт” тип тә атайҙар). Бишмәтенең итәгенә һалып, йылға буйынан төҙөлөшкә таш ташыған. Ләкин хәҙрәт вафат була һәм эш тамамланмай. Йыназа ваҡытында яҡуптар ниндәйҙер бөтөнләй ят ирҙәр төркөмө күрә һәм ҡурҡыуҙарынан йәшеренә. Ә кире килһәләр, мәйет юҡҡа сыҡҡан була. Кемдер билдәһеҙ заттарҙы фәрештәләр тип иҫәпләй, кемдер дошмандар эше, ти. Хәҙер был ерҙә әруахтарға бағышлап доғалар уҡыла, саҙаҡа килтерелә.
Яҡуп ауылы тарихи йәдкәрҙәр менән уратылған тиергә мөмкин. Ауылдан йыраҡ түгел тағы бер ҡәберлек бар, уны ”Байсура зыяраты” тиҙәр. Таштағы яҙыуҙарын уҡый алған кеше юҡ. Бәлки, ул Байсура хан ҡәберелер. Ул XV- XVI быуаттарҙа хәҙерге Өфө ҡалаһы тирәһендә хакимлыҡ иткән һәм башҡорттар араһында ислам динен таратыуҙа ҙур хеҙмәт һалған. Уның исеме Н. Мәжитов һәм Ә. Солтанованың “Башҡортостан тарихы” китабында ла телгә алына.

Фидаил Сафин, тарихсы.


Читайте нас: