Бөтә яңылыҡтар
9 Апрель 2019, 14:19

Балтаста республиканың 100 йыллығына ҙур сара үтте

Мәҙәниәт һарайында республика ойошторолоуҙың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур тантана үтте. Балтастарҙы тәбрикләргә мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Уларҙы сәк-сәк, ҡымыҙ, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар. Милли ризыҡтар күргәҙмәһендә удмурттар, мариҙар ҙа сығыш яһаны. Фойела райондың сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендәге уңыштарына бәйле экспозициялар ойошторолдо. Залға йыйылған барлыҡ халыҡты район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев сәләмләне. Батырша кеүек донъяға билдәле шәхес үҫтергән, башҡорт халҡының легендар улы Салауат Юлаев эҙҙәрен һаҡлаған, бай тарихы менән билдәле Балтас еренең төп байлығы — талантлы, эшһөйәр халҡы. Балтастар ике Советтар Союзы Геройы, районды үҫтереүгә ҙур өлөш индергән элекке етәкселәре менән хаҡлы ғорурлана. Районда масштаблы проекттар тормошҡа ашырыла. Улар барыһы ла халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уҡыусылар, спортсылар яңынан-яңы уңыштар, юғары бейеклектәр яулай. Райондың, республиканың киләсәге беҙҙең ҡулда. Алға, Балтас! Алға, Башҡортостан! — тине Илгиз Әхүәс улы. Ҡотлауҙарҙы республика Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ республика” системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаларын башҡарыусы Геннадий Разумикин дауам итте. Ул республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән 100 йыллыҡ уңайынан тәбрикләүҙәр еткерҙе һәм бер төркөм балтастарға “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов 65 йыл дауамында йәмғиәттең райондар, республика объекттарын тәбиғи газ менән тәьмин итеүе, социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуға һиҙелерлек өлөш индереүе тураһында һөйләне. Йыл һайын балалар спортын үҫтереүгә, ауыл юлдарын төҙөкләндереүгә ҙур ярҙам күрһәтелә. Йәйен Өфөлә балалар спорт уйындары үтәсәк. Уларҙан Балтас районы балалары ла ситтә ҡалмаҫ, тип ышанам. Кешеләр тураһында хәстәрлек күреү киләсәктә лә өҫтөнлөклө бурыс буласаҡ, — тине Шамил Ғосман улы. Рәсәй Федерацияһының Дөйөм Рәсәй дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы рәйесе Рәшит Харрасов данлы юбилей уңайынан балтастарға иң йылы теләктәрен еткерҙе. Күп милләт вәкилдәрен берләштергән төбәктең тарихы ла бай. Урындағы халыҡ тыуған төйәгенә һөйөүен йыр-бейеүҙәр аша еткерҙе. Байрам концертын үҙешмәкәр коллективтарҙың сығыштары йәмләне. Аида Хәйртдинова.

Мәҙәниәт һарайында республика ойошторолоуҙың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур тантана үтте. Балтастарҙы тәбрикләргә мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Уларҙы сәк-сәк, ҡымыҙ, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар. Милли ризыҡтар күргәҙмәһендә удмурттар, мариҙар ҙа сығыш яһаны. Фойела райондың сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендәге уңыштарына бәйле экспозициялар ойошторолдо. Залға йыйылған барлыҡ халыҡты район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев сәләмләне. Батырша кеүек донъяға билдәле шәхес үҫтергән, башҡорт халҡының легендар улы Салауат Юлаев эҙҙәрен һаҡлаған, бай тарихы менән билдәле Балтас еренең төп байлығы — талантлы, эшһөйәр халҡы. Балтастар ике Советтар Союзы Геройы, районды үҫтереүгә ҙур өлөш индергән элекке етәкселәре менән хаҡлы ғорурлана.

Районда масштаблы проекттар тормошҡа ашырыла. Улар барыһы ла халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уҡыусылар, спортсылар яңынан-яңы уңыштар, юғары бейеклектәр яулай. Райондың, республиканың киләсәге беҙҙең ҡулда. Алға, Балтас! Алға, Башҡортостан! — тине Илгиз Әхүәс улы.

Ҡотлауҙарҙы республика Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ республика” системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаларын башҡарыусы Геннадий Разумикин дауам итте. Ул республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән 100 йыллыҡ уңайынан тәбрикләүҙәр еткерҙе һәм бер төркөм балтастарға “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов 65 йыл дауамында йәмғиәттең райондар, республика объекттарын тәбиғи газ менән тәьмин итеүе, социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуға һиҙелерлек өлөш индереүе тураһында һөйләне. Йыл һайын балалар спортын үҫтереүгә, ауыл юлдарын төҙөкләндереүгә ҙур ярҙам күрһәтелә.

Йәйен Өфөлә балалар спорт уйындары үтәсәк. Уларҙан Балтас районы балалары ла ситтә ҡалмаҫ, тип ышанам. Кешеләр тураһында хәстәрлек күреү киләсәктә лә өҫтөнлөклө бурыс буласаҡ, — тине Шамил Ғосман улы.

Рәсәй Федерацияһының Дөйөм Рәсәй дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы рәйесе Рәшит Харрасов данлы юбилей уңайынан балтастарға иң йылы теләктәрен еткерҙе.

Күп милләт вәкилдәрен берләштергән төбәктең тарихы ла бай. Урындағы халыҡ тыуған төйәгенә һөйөүен йыр-бейеүҙәр аша еткерҙе. Байрам концертын үҙешмәкәр коллективтарҙың сығыштары йәмләне.

Аида Хәйртдинова.
Читайте нас: