Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Апрель 2019, 17:13

Асҡындар республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Бөгөн район хакимиәтенең ултырыштар залында асҡындар тантаналы шарттарҙа республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне . Фойела тарихҡа, райондың социаль-мәҙәни, иҡтисади уңыш¬та¬рына, белем биреү өлкә¬һенә арналған бай күргәҙмә ойошторолдо.



Байрамға Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Эмилия Абдуллина, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Шәрипов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар, район Советы депутаттары, район предприятиелары һәм учреждениелары етәкселәре, хеҙмәт ветерандары килгәйне.


Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы:

– Республикабыҙ менән бергә районыбыҙ ҙа үҫә, ҙурая, яңы социаль объекттар төҙөлә. Бай тарихыбыҙ, матур бөгөнгөбөҙ һәм яҡты киләсәгебеҙ бар. Алға ҙур пландар һәм бурыстар ҡуйғанбыҙ. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлек-тәребеҙ бар. Иң мөһиме – райондың хеҙмәт һөйгән, тырыш кешеләре, — тип районыбыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән хеҙмәт ветерандарына рәхмәт белдерҙе Ришат Марат улы. Артабани ул бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына район хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Эмилия Абдуллина ла ҡотлауҙарға ҡушылып, БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың изге теләктәрен еткерҙе.

Эмилия Абдуллина райондың алдынғы предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәренә 100 йыллыҡ юбилей миҙалдарын тапшырҙы.

Артабан сығыш яһаусы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Шәрипов та байрамға йыйылыусыларҙы республиканың 100 йыллығы уңайынан ихлас ҡотланы. Шамил Ғосман улы алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә юбилярҙары Йәриә һәм Тәфкил Ялалтдиновтарҙы, Луиза һәм Орхолбаян Бәләғетдиновтарҙы ҡотлап, Радий Хәбировтың Ҡотлау хатын һәм бүләк тапшырҙы. Ул шулай уҡ йәш ғаиләләргә балаларының тыуыу тураһында таныҡлығын тапшырҙы.

Тәбрикләү һүҙҙәре менән район Советы рәйесе Хәмит Ғәйзуллин, яҡташыбыҙ, БР Фәндәр Академияһы президенты, профессор Әлфис Ғаязов сығыш яһаны.

Тантаналы сара байрам концерты менән тамамланды.




Наилә Имаева.

Марат Юнысов фотолары.
Читайте нас: