Бөтә яңылыҡтар
18 Март 2019, 17:06

Мишкә районының тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында



Районда федераль һәм республика маҡсатлы программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Ауыл хужалығы өлкәһендә лә алға китеш күҙәтелә, сәсеүлектәр ҙурайтыла, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны арта, ауыл хужалығы объекттарының матди-техник базаһы нығытыла. Һуңғы йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы сиктәрендә район үҙәгендә күп фатирлы йорттар сафҡа индерелде, Мишкә район үҙәк дауаханаһының яңы хирургия корпусы ҡулланыуға тапшырылды, 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлдө, бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу үҙәге, Ирсай ауылында оло йәштәгеләр өсөн пансионат асылды. Әлеге ваҡытта Ҡамай ауылында Бөрө йылғаһында гидроүҙәк төҙөлә.

Белешмә

Мишкә районы административ берәмек булараҡ 1930 йылда Бөрө кантонын реорганизациялау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

1930 йылдың 21 авгусында Мишкә ауылында беренсе район кәңәшмәһе уҙғарыла. Унда район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп Петр Вавилов һайлана. Ул белеме буйынса уҡытыусы, журналист һәм шағир булараҡ билдәле.

Район Башҡортостан Республикаһының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Балтас, көнсығышта — Ҡариҙел, көньяҡ‑көнсығышта — Благовещен, көньяҡ‑көнбайышта — Бөрө, төньяҡ‑көнбайышта Борай райогндары менән сиктәш.

Милли составы: мариҙар —71%, татарҙар — 16%, урыҫтар — 6,6%, башҡорттар — 6,5%. Районда 14 ауыл Советы, 78 ауыл бар. Иң ҙурҙары: Мишкә ( ете мең кеше), Сурай (бер мең), Камай (700) ауылдары.

Райондың тәбиғәте бик матур. Киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урмандар район территорияһы майҙанының 33,5 процентын ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман төрҙәренән тора.

Районда агросәнәғәт колледжы, 23 филиалы булған 10 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән Оло Шаҙы урта мәктәбе, Мишкә 1-се лицейы, Сурай урта мәктәбе, алты мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, Балалар сәнғәт мәктәбе, “Юлсы” балалар һәм үҫмерҙәр туризмы, экскурсиялар һәм патриотик тәрбиәләү үҙәге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, үҙәк район һәм участка дауаханалары, ике амбулатория, 32 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 38 клуб учреждениеһы, 30 китапхана, ике физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, 10 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Дружба”, “Келшымаш” (мари телендә) гәзит нәшер ителә.

1941 йылдың июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Мишкә районынан 10866 ир-егет илебеҙҙе фашист дошмандарынан һаҡларға китә. Шуларҙың яртыһы — 4272-һе һуғыш яланында ятып ҡала. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн биш яҡташыбыҙ: М. Аҡтуғанов, Ғ. Заһитов, И. Ишкинин, С. Казаков һәм Е. Орсаев Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Янағош ауылынан Ғази Заһитов Берлинға тиклем барып етеп, беренселәрҙән булып Рейхстагҡа Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай.

Марсель Ҡотлоғәлләмовтың “Ҡаһарманлыҡ юлы” мәҡәләһендә былай тип яҙыла: “Капитан Маковтың өлкән сержанттар F.Заһитов, М.Минин, А.Бобров һәм А.Лисименко составындағы төркөмө беренселәрҙән булып Рейстагҡа Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. Был хәл 1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта булды”. Батырҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында урындағы мәктәпкә Ғази Заһитов исеме бирелә, уның исемен йөрөткән музей төҙөлә, Мишкә район үҙәгендәге бер урам Ғ. Заһитов исеме менән атала.

Һуғыш яланында ҡалғандар барыһы ла Хәтер китабына индерелгән. Уларҙың батырлыҡтарын райондаштар онотмай, ауылдарҙа мемориал, обелисктар асылған.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы, төҙөлөш, социаль-иҡтисади тармаҡтары үҫешә, мәҙәни тормош йәнләнә. XX быуаттың 60-80-се йылдарында райондың социаль үҫеше иң юғары нөктәгә етә. Район үҙәгендә, ауылдарҙа яңы йорттар төҙөлә, белем биреү, мәҙәни усаҡтарға нигеҙ һалына, ауылдар төҙөкләндерелә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Мишкә район үҙәгендә ике ҡатлы универмаг, район Мәҙәниәт йорто, ашхана, район Советы хакимиәте йорто һәм башҡа объекттар төҙөлә. Район үҙәгендә асфальт юлдар барлыҡҡа килә.

XXI быуат район халҡы өсөн тағы ла сағыуыраҡ ваҡыт тип һанала. Ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү буйынса күп эштәр алып барыла. Республика менән берлектә халыҡтың тормошон яҡшыртыу буйынса күп эштәр алып барыла. Йыл һайын яңы объекттар сафҡа индерелә, иҫкеләре яңыртыла, юлдар һалына, зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә, күп каналлы спутник телевидениеһы барлыҡҡа килә.

Мишкәләр райондың бөгөнгө уңыштары менән сикһеҙ ғорурлана.
Лилиә Хәсәнова әҙерләне.
Читайте нас: