Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Март 2019, 11:56

Ҡариҙел музыка мәктәбенең “Гармония” хоры тәрбиәләнеүселәре Өфөлә ҙур сарала ҡатнашты

Ҡариҙел музыка мәктәбенән 15 уҡыусы республика Балалар хорының “Һиңә йырлайым, Республикам!” тип аталған Башҡортостан ойошторолоуына 100 йыл тулыуға бағышланған концертында ҡатнашты. Республиканың иң ҙур ижади коллективы составында 600 йәш йырсы сығыш яһаны. Ҡариҙелдәр был проектта икенсе йыл ҡатнаша. Быйыл состав бер аҙ яңыртылды. Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә йырлау балаларға бик оҡшаны. Сараға мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының тормош иптәше Каринэ Хәбирова ла килгәйне.
Читайте нас: