Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Март 2019, 18:41

Сания Сәлихова Рәхмәт хаты менән бүләкләнде


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин башҡорт халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлаған һәм пропагандалаған өсөн бер төркөм милләттәшебеҙҙе Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Улар араһында райондашыбыҙ, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Ҡашҡа ауылы “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, биш бала әсәһе Сания Зәйнулла ҡыҙы Сәлихова ла бар.

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы,“Йәнтөйәк”те таратыуҙа һәм пропагандалауҙа ла ҙур ярҙам итеүсе Сания Зәйнулла ҡыҙын ошо лайыҡлы баһа-бүләк менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар, шулай әүҙем, рухлы, дарманлы булып ҡалыуын теләйбеҙ!

“Йәнтөйәк”тәр.
Читайте нас: