Бөтә яңылыҡтар
4 Март 2019, 19:17

Асҡын ҡатын-ҡыҙҙары — республика конкурсы еңеүселәре!

Бөгөн Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе” III Республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ҡатнашыусылар төрлө номинацияла сығыш яһаны.


Улар араһында район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Рима Нәбиуллина етәкселегендә алты кешенән торған делегация ҡатнашты. Улар өлгөлө бала тәрбиәләгән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан әсәләр — Иҫке Ҡаҙансы ауылынан “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе , мәғариф ветераны Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Ғафурйәнова, Ҡашҡанан “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сания Зәйнулла ҡыҙы Сәлихова, Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры, район гәзиттәренең баш мөхәррире Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова, Асҡын 2-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Мәжит ҡыҙы Хәтмуллина, ошо уҡ мәктәптең пионервожатыйы Оксана Владимировна Кухарчук, Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы Ноғоманова ҡатнашты. Улар мәртәбәле конкурс еңеүселәре булараҡ диплом һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. Шуға өҫтәп, Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы, Сания Зәйнулла ҡыҙы һәм Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы төрлө номинацияларҙа ла еңеү яулап, махсус бүләк һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Райондаштарыбыҙҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлап, артабан да уңыштар, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ. Әүҙемлегегеҙ, дәрт-дарманығыҙ һүрелмәһен!

Наилә Имаева.
Читайте нас: