Әлеге ваҡытта баҡсаның түбәһе ябылған, тышҡы стеналарҙы тышлау эштәре бара. Эсендә ике ҡатты тоташтырасаҡ баҫҡыстарҙың тимер каркастарын иретеп йәбештереү эше башҡарыла. Шулай уҡ ошо көндәрҙә эсенә һәм тышына электр үткәреү өсөн монтаж эштәре башланасаҡ. Ҡыҫҡаһы, ағымдағы йылдың 1 сентябренә сабыйҙарҙы ҡабул итергә планлаштырылған баҡса төҙөлөшө графикка ярашлы бара.
— Ҡалған дүрт балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һаны тейешенән артығыраҡ. Шулай уҡ ошо 95 урынға иҫәпләнгән яңы баҡса өс йәшкәсә булған сабыйҙарҙы ла баҡсаға урынлаштырыу мөмкинлеге бирәсәк. Шулай булһа, беҙ районда баҡсаға мохтажлыҡ кисереү исемлеген кәметәсәкбеҙ, проблема тулыһынса хәл ителер, тип көтәбеҙ, — ти район мәғариф бүлеге начальнигы Фәрит Хужин. — Шуны ла билдәләп үтке килә, яңы баҡсала сәләмәтлеге сикле булған ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн махсус төркөмдәр асыуға уңайлыҡтар булдырыласаҡ.
Фәрит Рәшит улының ошо һүҙҙәренән үк был 2-се баҡсаның Борай өсөн ни тиклем кәрәкле объект булыуы аңлашыла. Быйыл уның ишектәре асылып, республикабыҙ юбилейы уңайынан бәләкәстәр һәм уларҙың ата-әсәләренә бик ҙур бүләк буласаҡ ул.