Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
14 Апрель , 09:00

“Нива” автомобилен отто

Рәсәй Президентын һайлау сиктәрендә Башҡортостанда ойошторолған “Рәхмәт” акцияһында 2,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.

“Нива” автомобилен отто
“Нива” автомобилен отто


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, приздарға дәғүә итеү өсөн һәр һайлаусыға QR-кодлы флаерҙы сайтта теркәргә кәрәк ине. Республиканан 400 тирәһе кеше телевизор, телефон, электросамокат һәм башҡа бүләктәр алып ҡыуанды. Ә төп приздарҙың береһен Бөрө ҡалаһынан Руслан Ковригин отто.
Руслан хәҙер – яңы “Нива” автомобиле хужаһы. Еңеүемә машинаның руле артына ултырғас ҡына ышандым, ти ул. Руслан куар-кодлы ике билет алған. 16-17 мартта “Рәхмәт” сайтында билеттарын тикшергән, тик еңеүселәр араһында булмаған. Һуңынан суперприздар 22 мартта тура эфирҙа уйнатылырын белгән, әммә эштә булыуы сәбәпле, ҡарай алмаған.
“Ойоштороусылар еңеүем тураһында шылтыратып әйткәс, тәүҙә ышанманым. Шулай ҙа быға тиклем бер акцияла телевизор отҡаным булды, әммә тағы ла ҙурыраҡ бүләк алырмын тип һис уйламаным”, – ти ул.
Бына шулай, һайлауҙа ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәгән Руслан Ковригин бүләккә “Нива” автомобилен дә отоп ҡыуанды.
Наилә Имаева әҙерләне.
Фото акция ойоштороусыларынан алынды.

“Нива” автомобилен отто
“Нива” автомобилен отто
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: