Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 31 райондан 44 мәктәп директорына яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы. Улар араһында Урмияҙ мәктәбе директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова ла бар ине.
Әйткәндәй, ГАЗ маркалы яңы автобустар барлыҡ хәүефһеҙлек талабына яуап бирә, заманса ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы системаһы, тахографтар, хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған.
Үткән йыл районыбыҙға өс яңы автобус ҡайтҡайны. Быйылғы йылға иһә етене һорағандар.
Наилә Имаева.