Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
9 Июль 2021, 14:51

Альмира фатирлы булды

Районда ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир биреү өҫтөндә ҙур эш алып барыла. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев Шишмә ауылында тыуып үҫкән Альмира Шакироваға Октябрь урамында урынлашҡан йорттан фатир асҡысы тапшырҙы.

Фатирҙа барлыҡ шарттар ҙа бар. Ут, һыу, газ үткәрелгән. Альмира бик тырыш, аҡыллы ҡыҙ. Ул Нефтекама ҡалаһында педагогия колледжын тамамлаған, әлеге ваҡытта Бөрөлә психолог һөнәрен үҙләштерә. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татырға тура килә уға. Йәшләй генә етем ҡала. Ҡыҙҙы өләсәһе менән олатаһы ел-ямғыр тейҙермәй ҡарап үҫтерә, белем алырға ярҙам итә.
— Ейәнсәребеҙҙең фатирлы булыуына сикһеҙ шатбыҙ. Шул уңайҙан республика, район хакимиәте етәкселегенә, подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәренә, опека һәм попечителлек идаралығы белгестәренә, бигерәк тә Гөлфирә Хәйруллинаға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, — тип шатлығы менән бүлеште Альмираның өләсәһе Фәғилә Шакирова.
Киләсәктә Альмираға һау-сәләмәт булып, яҡты, яңы фатирының игелеген күреп, рәхәтләнеп йәшәргә яҙһын.

Гөлфизә Хәсбетдинова.
Ғәзим Талипов фотоһы.
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: