Конкурста республикала теркәлгән һәм ике йылдан кәм булмаған эшмәкәрлек алып барған шәхси эшҡыуарҙар, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡараған юридик шәхестәр ҡатнашты. Уларҙың эшмәкәрлеге 2019 йылдағы хеҙмәт һөҙөмтәләре буйынса баһаланды.
Конкурста районыбыҙҙың өс эшҡыуары призлы урынға лайыҡ булды. «Һатыу өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары» номинацияһында Владимир Михайлов — беренсе, Әнфир Фәтхинуров икенсе урын яуланы. Радик Шәмсетдинов «Етештереү өлкәһендә (бәләкәй предприятие) иң яҡшы йыл эшҡыуары» номинацияһында икенсе урынға сыҡты.
Үҙенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендә район хакимиәте башлығы Павел Трапезников: «Мин һәр ваҡыт эшләнгән эш лайыҡлы баһаланырға тейеш, тигән фекерҙә. Хеҙмәт һөйөүсән кешеләрҙе белергә һәм күрергә тейештәр. Был конкурс тап уңышлы, тырыш эшҡыуарҙарҙы билдәләү, уларҙың эшмәкәрлеген дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Лауреаттар араһында мишкәләр булыуы айырыуса ҡыуаныслы», — тип яҙа.
— Республика этабында еңеү яулау — беҙҙең өсөн бик ҙур уңыш. Йүнсел егеттәребеҙҙең хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Районыбыҙҙың үҫеше, яҙмышы өсөн йән атып торған кешеләр улар өсөһө лә. Районда уҙғарылған сараларҙа һәр ваҡыт бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәләр, ситтә ҡалмайҙар, — ти район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Динар Мортазин.
Ысынлап та, ҡайһыһын ғына алма, һәр береһе әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Мәҫәлән, Әнфир Фәтхинуров район эшҡыуарҙары ойошмаһын етәкләй, оҙаҡ йылдар Камай ауыл Советы буйынса депутат булып эшләгән. Тыуған ауылы Бабайҙа үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнаша, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Ауылдаштары араһында илһөйәрлеге, телһөйәрлеге менән ихтирам ҡаҙанған. Әлеге ваҡытта ул Бабай ауылында аттар тота, киләсәктә ҡымыҙ етештерергә лә уйлай.
— Үҙ һүҙендә тора белгән, ышаныслы, ихтирамлы кеше ул Әнфир Әхмәт улы, — ти уның тураһында Уръяҙы ауыл биләмәһе башлығы Раик Заһитов. Депутатлыҡ осоронда бик күп эш башҡарылды.
Район эшҡыуарҙарын ҙур еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Халыҡ өсөн, район үҫеше өсөн тырышҡан йүнселдәргә һәр ваҡыт уңыш юлдаш булһын.