Ағымдағы йылда коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, халыҡ менән эшләүгә, залдарҙа тамашалар, концерттар үткәреүгә сикләүҙәр ҡуйылһа ла, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һәүәҫкәрҙәр һис кенә лә юғалып ҡалманы, бөтөн ижади көстө онлайн-конкурстарҙа ҡатнашыуға йүнәлтте. Һөйөнөслө еңеүҙәр, уңыштар, матур һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәне, сөнки коллективтарҙың электән килгән әҙерлеге ныҡлы, ижади ҡомары етерлек.Мәртәбәле еңеүҙәрҙең береһе — район Мәҙәниәт һарайы “Балҡыш” халыҡ театрының Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” пьесаһы буйынса режиссер Редик Ғәниев сәхнәгә ҡуйған спектакле Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған республика халыҡ театр коллективтарының видеоконкурсында 1-се дәрәжә лауреат исемен яулауы. Театраль еңеүҙәр марафонын йәш балтастар лайыҡлы дауам итте. 30 октябрҙә “Ҡыңғырауҙар сыңы” балалар театр коллективтарының республика онлайн-фестивале үтте. Район Мәҙәниәт һарайының Камилә Халиҡова етәкселегендәге “Сатҡылар” өлгөлө балалар театр коллективы Б. Васильевтың “А зори здесь тихие” повесы буйынса сәхнәләштергән спектакль менән 1-се дәрәжә лауреат исемен яуланы. Балтастарҙың ҡала театр коллективтары менән бер рәттән еңеүсе булыуы ҡыуаныслы. Әйтәйек, Гран-при — Салауат ҡалаһының “Арлекин” театр-студияһында, “Сатҡылар” менән бергә 1-се урын — Өфө балалар филармонияһының “РостОК” балалар шоу-театрында. Тәржемә ителгән һәм пьесаға әйләндерелгән әҫәрҙең образдарын талантлы йәш артистар: Марат Әбдрахманов, Диана Хәмәтханова, Гүзәл Субушева, Камилә Усманова, Элина Аҡсурина, Илвина Әмирйәнова, Гөлназ Мулланурова, Гөлназ Муллағәлиева, Гүзәл Муллағәлиева тыуҙырҙы. Илатырлыҡ итеп уйнаған саҡтарын ярай әле видеоға төшөрөп алғанбыҙ! Бына бит: еңеү сәғәте уларҙы көтөп торған! З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты деканы Татьяна Хәйбуллина етәкселегендәге жюри составында Мөсәлим Ҡолбаев, Александр Кузьменко, Альмира Ҡыуатова, Тәнзилә Ҡалмурзина кеүек театр сәнғәте әһелдәре булды. Күптән түгел иһә республика балалар һәм йәштәр театрҙары онлайн-фестивалендә Мағашлы-Алмантай ауыл клубының Әлфинә Алексеева етәкселегендәге “Томаша” өлгөлө рус балалар театры 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Был жюри тағын да мәртәбәлерәк: уның составында Фәрдүнә Ҡасимова, Олег Ханов, Таңсулпан Бабичева, Хөрмәтулла Үтәшев кеүек танылған театр йондоҙҙары бар ине. Был еңеүҙәрҙең нигеҙендә етәкселәре Камилә Халиҡова һәм Әлфинә Алексееваның коллектив менән эшләй, балаларҙы ҡыҙыҡтыра һәм туплай белеү оҫталыҡтары ята. Улар үҙҙәре сценарий яҙа, режиссер ҙа, декорациялар ҙа уйлай. Тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп уйнарға өйрәтәләр балаларҙы, йәштән сәхнәгә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләйҙәр. Камилә Халиҡова “Сатҡылар” театр коллективында шөғөлләнеп, сәхнәгә өмөтлө беренсе аҙымдарын яһаусы һәләтле уҡыусылары Камилә Усманова һәм Диана Хәмәтханованы “Һылыуҡай-2020” төбәк конкурсына әҙерләне, ҡыҙҙар 2-се һәм 3-сө урындарҙы яуланы. Бынан тыш, Камилә Усманова “Йәшлек-шоу” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең төньяҡ төбәгендә һайлап алыу турында уңышлы үтеп, фестивалдең финалына сыҡты.Күптән түгел “Самоцветы Прикамья” фин-уғыр халыҡтары милли мәҙәниәте республика фестивале сиктәрендә Тәтешле районында “Чеберай-2020” удмурт һылыуҙары конкурсы шулай уҡ онлайн форматта үтте. Асавка ауылынан Виктория Кирьянова өсөнсө вице-мисс исеменә лайыҡ булды. Ә 16 йәшлек Наталья Самиева “Ненес чеберай” номинацияһында диплом менән билдәләнде.Район Мәҙәниәт һарайы, ауыл мәҙәниәт йорттары, клубтар, китапханалар ағымдағы йылда интернет селтәрендә әүҙем эш алымдарына өйрәнде. Әммә һәр бер онлайн-конкурста еңеү, онлайн сараларҙы ойоштороуҙың нигеҙендә һәләтле һәүәҫкәрҙәр, халыҡ менән тығыҙ эш ята. Барлыҡ еңеүселәребеҙҙе лә ихлас тәбрик итәбеҙ, алдағы йылда ла сәхнәләрҙә балҡып сығыш яһауҙарын, ижади үҫештә туҡталып ҡалмай, һәр ваҡыт алға барыуҙарын теләйбеҙ!