Түбән Һикеяҙ ауылының Йылға аръяғы урамында йәшәүселәр Республика көнөн ҙур шатлыҡ менән ҡаршылай. Ауылға газ күп йылдар элек үткәрелгән булыуына ҡарамаҫтан, был урамға “зәңгәр яғыулыҡ” ағымдағы көҙҙә генә килеп етте. Көтөп алынған һөйөнөстө һикеяҙҙарға “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” федераль программаһы бүләк итте.
Районда 75 ауылда кеше йәшәй. 48 торлаҡ пунктҡа газ кергән. Был 64 процентты тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа Иҫке Балтас ауылының бихисап урамдарына, Түбән һәм Юғары Иванай ауылдары урамдарына газ үткәрелде, “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” федераль программаһы ярҙамында Илекәй ауылына газ индерелде. Алдағы йылдарҙа ауылдарға газ кертеү буйынса яңы проект-смета документациялары эшләнә.
Йылға аръяғы урамындағы алты өйҙөң береһендә Ғәлиевтар ғаиләһе йәшәй. Ринат Ғәзнәүи улы ошо ауылда тыуып-үҫкән, Балтас һөнәрселек училищеһын тамамлап, урындағы хужалыҡта башта малсы, унан механизатор булып эшләгән. Әлеге ваҡытта “Луч” йәмғиәтендә водитель, шул уҡ ваҡытта урам һыу үткәргестәрен дә хеҙмәтләндерә. “Техника ене ҡағылған”, тиҙәр уның кеүек кеше хаҡында. Йорт алды тулы техника, яратҡан шөғөлөнә ғүмере буйы тоғро ул. Ринат 2001 йылда Тутағас ауылында тыуып үҫкән Әлфирә Әдиф ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Әлфирә Өфө кооперация техникумында белем алған, колхозда бухгалтер, унан Һаҡлыҡ банкы бүлексәһендә эшләгән. 2012 йылдан башлап почта бүлексәһе начальнигы вазифаһын уңышлы башҡара. Оҫта баҡсасы, сәскәләр үҫтерергә ярата. Ҡош-ҡорт ҡарай. Йәшәгән урындары ла иҫ киткес матур ерҙә: баҡсаға терәлеп йылға аға, әрәмәлә ҡоштар оя ҡора. Өс балаға ғүмер бүләк иткән Ғәлиевтар. Аида Чайковский медицина колледжында белем ала, Раил Түбән Һикеяҙ урта мәктәбендә уҡый, кес кенә Рания әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Урамдарына газ үткәрелгәнгә был татыу ғаиләлә олоһо ла, кесеһе лә ҡыуана. “Күптән көттөк! Республика көнөнә икеләтә байрам беҙҙең урамда! Был мөмкинлектән оҙаҡ йылдар ҡулланырға яҙһын”, — ти ғаилә башлығы.