Бөгөн Ҡашҡа ауылында иҫтәлекле һәм ҡыуаныслы ваҡиға тарих биттәренә теркәлде. Халыҡтың нисә йылдар түҙемһеҙләнеп көткән хыялы тормошҡа ашты: ауылда “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыуҙың яңы этабы башланды.
- Ҡашҡаға “зәңгәр яғыулыҡ” тәү башлап 1999 йылдың 24 декабрендә килгәйне. 2000 йылдың 17 мартында биш йортҡа газ тоташтырғайныҡ. Артабан әкренләп был эш дауам итте. Бөгөнгә 93 йортта “зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙаланалар. Халыҡ һорауы буйынса Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Газпром Трансгаз Уфа” йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәриповтың ярҙамы менән ауылға газ тоташтырыуҙың яңы этабы башланды. 2019 йылдың 17 ноябрендә траншеялар ҡаҙып, торбаларҙы һалыу эше башланды. 17 ғинуарға ете километр 553 метр торба һуҙылғайны. Эштәрҙе Өфөнән подрядсы ойошма башҡарҙы. Бөгөнгә 43 йортҡа техник тоташтырыу үткәрелгән, улар араһында 18 йортҡа тулы монтаж эшләнгән. Бөгөн биш йортҡа газ тоҡандырҙыҡ. Ошо бар эштәрҙе «Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең Бөрө филиалы Асҡын комплекслы хеҙмәте начальнигы Владимир Александрович Белоногов етәкселегендә ошо хеҙмәт белгестәре менән башҡарҙыҡ. Бөгөн слесарҙарҙан тыш Владимир Александрович үҙе һәм Бөрөнән баш инженер Валерий Витальевич Байгазов та килгәйне. «Зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташтырыуҙы артабан да кешеләрҙең мөмкинселегенә һәм әҙерлегенә ҡарап дауам итәсәкбеҙ,- тине ер аҫты газ үткәргестәрен ремонтлау һәм эксплуатациялау буйынса слесарь Дамир Әхмәҙишин.
Ҡашҡа ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветерандары Рәфидә һәм Рәфит Кәлимуллиндар беҙҙең менән ҡыуанысын уртаҡлашырға ашыҡты.
- Ниһайәт, хыялдарыбыҙ тормошҡа ашты, беҙ ҙә газлы булдыҡ! Әлбиттә, барыһының да мейесе бар, өшөп ултырмайбыҙ. Әммә уның мәшәҡәте лә күп, йәй буйы утын хәстәрләргә, ҡыш буйы яғып сығырға кәрәк. Ә тәбиғи газ уңайлы, ятһаң да, торһаң да йылы, бешеренеүе лә уңайлы. Газ кереткәндә Өфөнән Линат улыбыҙ ҙа ҡайтып атаһына булышты. Бик шатбыҙ. Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Шамил Шәриповҡа, район етәкселегенә, «Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең Бөрө филиалы Асҡын комплекслы хеҙмәте начальнигы Владимир Белоноговҡа һәм уның тырыш эшселәренә, ауылдашыбыҙ Дамир Әхмәҙишинға бик ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тине 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған мәғариф ветераны Рәфидә апай Кәлимуллина.
Наилә Имаева.