Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
12 Ноябрь 2019, 12:10

Ишембайҙар! "Сәләм" телеканалын ҡаршы алығыҙ!

13 ноябрҙә Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың яңы телеканалы күрһәтеләсәк. Тантанала башҡорт эстрадаһы "йондоҙҙары - Zainetdin төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Зилиә Бәхтиева, Рәфис Ишбаев ҡатнашасаҡ.

Мәҙәниәт һарайында киске сәғәт 5-6 арауығында "Сәләм тапшыр!" мобиль студияһы эшләйәсәк. Иң оригиналь сәләмдәр телеканал эфирында күрһәтеләсәк.

Байрамға килеүселәрҙе Маҡар урман хужалығының "Иван-чай" сәйен эсереү, республика гәзит-журналдарына яҙҙырыу көтә.

Был көндө шулай уҡ медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова етәкселегендәге "Рәсәй тимер юлдары" - "Өфө ҡалаһы медицинаһы" дауаханаһы табиптары - хирург, кардиолог, невролог һәм гинеколог ҡабул итәсәк. Алдан яҙылыу кәрәк.

Телеканалды асыу байрамы 22 ноябрҙә Дүртөйлө ҡалаһында уҙасаҡ.

Аңлатма:
"Сәләм" телеканалы Башҡортостандың район-ҡалаларындағы муниципаль һәм урындағы телестудияларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ойошторолған. Уның эфирында студияларға биш сәғәт, шул иҫәптән прайм-тайм ваҡыты (иртәнге сәғәт 7-нән 8-гә, төшкө сәғәт 1-ҙән 2-гә, киске сәғәт 7-нән 8-гә) биреләсәк. "Сәләм" республиканың эре кабель операторҙарында һәм интернетта күрһәтеләсәк.


Яңылыҡ авторы: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Читайте нас: