Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
1 Ноябрь 2019, 17:07

«Башавтотранс» 47 яңы ҙур автобус алды

Бөгөн «Башавтотранс» автопаркы «Нефаз» һәм «Лиаз» маркалы 47 яңы автобус менән тулыланды.

Шуларҙың 44-е Өфө ҡалаһы маршруттарында, тағы өсәүһе Нефтекамала эшләй. Башҡортостан етәксеһе пассажирҙарҙы хәүефһеҙ һәм уңайлы йөрөтөү өсөн республика киләсәктә лә «Башавтотранс»ҡа яңы автобустар һатып алыуҙа ярҙам күрһәтәсәген билдәләне. Радий Хәбиров еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн автобус водителдәренә рәхмәт белдерҙе һәм уларға аварияһыҙ йөрөүҙәрен теләне.
«Башавтотранс»тың генераль директоры Надир Самиев һүҙҙәренсә, автобустар баш ҡаланың йәнле һәм популяр маршруттарына сыға. Радий Хәбировҡа автобустарҙың салонын ғына түгел, ә яңы мәғлүмәттәр таблоларын да күрһәттеләр. Улар буйынса теге йәки был маршруттың килеү ваҡытын күҙәтергә, шулай уҡ башҡа файҙалы мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов быйыл Өфөлә 106 яңы туҡталыш ҡуйыла тип белдерҙе. «Аҡыллы туҡталыштар»ҙа йәмәғәт транспортының килеү ваҡыты яҙылған электрон табло, бушлай Wi-Fi зонаһы, USB-порттар, «хәүефле төймә» бар.
Дөйөм алғанда, республиканың төп ташыусыһы автопаркы 2020 йылдың 1 апреленә тиклем 589 яңы автобус менән тулылана.
Быйыл «Башавтотранс»ҡа бөтәһе 527 автобус тапшырыла. 2020 йылдың беренсе кварталында тағы 62 автобус — 17 урта класлы һәм 45 ҙур автобус бүленә.
http://www.bashinform.ru/news/1373625-bashavtotrans-poluchil-47-novykh-avtobusov-bolshoy-vmestimosti/
Читайте нас: