— Ауылыбҙҙағы ФАП бик иҫкергәйне, заман талаптарына яуап бирмәй ине. Яңы ФАПты оҙаҡ көттөк һәм, ниһайәт, бына бөгөн техникалар, эшселәр килеп күтәрә лә башланы. Эш гөрләй. Был темп менән барһалар, тиҙ арала яңы ФАП сафҡа инер. Бик ҡыуанабыҙ һәм рәхмәтлебеҙ, — тип шатлығы менән уртаҡлашты Рәүеф ағай.