Асҡында бөгөн беренсе ҡар яуҙы. Был күренешкә бигерәк тә балалар ҡыуанды. Асҡын 2-се мәктәбенең 3А класында уҡыусы Гүзәл Махатова ла ябалаҡлап яуған ҡар бөртөктәренә ҡыуанды. Битенә, керпектәренә йомшаҡ ҡына ҡунған ҡар бөртөктәрен ҡыҙыҡһынып та, һоҡланып та күҙәтте Гүзәл. Әйе, ҡар бөртөктәре еребеҙгә байлыҡ, муллыҡ, аҡлыҡ, шатлыҡ, именлек һәм изгелек кенә алып килһен.