Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
23 Сентябрь 2019, 16:43

Афарин, “бөркөттәр”!

Благоварҙан еңеү менән ҡайтты “бөркөттәр”

20 сентябрендә Благовар районының Языково ауылында Рим Хәсәнов йырҙарын башҡарыусыларҙың “Сәскәләр уяныр” тигән республика асыҡ конкурс-фестивале үтте. Бишенселәй ойошторолған сарала Асҡын район Мәҙәниәт йортоноң Рәзинә Фәйзуллина етәкләгән “Бөркөттәр” вокаль ансамбле ҡатнашып ( аккомпаниаторы Раушания Шәрәфетдинова), I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
— Был конкурста асҡындар икенселәй ҡатнаша. Ике йыл элек Ризида Ғәлимова етәкләгән “Ләйсән” вокаль ансамбле менән сығыш яһағайныҡ. Ул саҡта беҙ икенсе урын алғайныҡ. Был юлы ир-егеттәр вокаль ансамбле менән барҙыҡ. Туғыҙ кешенән торған коллектив менән Рим Хәсәновтың “Өфө йүкәләре “ йырын башҡарҙыҡ. Вокал буйынса уҡытыусылар, профессиональ башҡарыусылар, композиторҙар һәм уҙған йылдар конкурстары еңеүселәренән торған абруйлы жюри ағзалары сығышыбыҙҙы юғары баһаланы. 16 үҙешмәкәр вокаль коллектив араһында беҙ беренсе урынға лайыҡ булдыҡ. Бәйге бик оҡшаны, дәртләнеп, илһамланып ҡайттыҡ, — тип тәьҫораттары менән бүлеште “Бөркөттәр” ансамбле етәксеһе Рәзинә Хәтипйән ҡыҙы.
Райондаштарыбыҙҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ. Афарин, “бөркөттәр”!
Читайте нас: