Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
19 Сентябрь 2019, 18:46

Һөйөнсө!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы федераль исемлеккә индерелде

Хөрмәтле йәмәғәт. Мәскәүҙән яҡшы яңылыҡтар килде. Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының 24 июлендәге 390-сы һанлы Приказы менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы федераль исемлеккә индерелде. Был әлбиттә уҡыусыларға тағы ла яңы этәргес булыр, сөнки вуздарға ингәндә өҫтәмә мөмкинлектәр бирәсәк. Документ менән Рәсәй юстиция министрлығының сайтында танышырға мөмкин (теркәү номеры 55890, 12.09.2019).(https://minjust.consultant.ru/documents/44016?items=1&page=1)
Читайте нас: