Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
9 Август 2019, 12:16

«Борай урманы»нда – яңы техника

Республиканың Урман хужалығы министрлығы махсус программа иғлан иткәйне.

Унда ҡатнашыусыларға, йәғни баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттарын ҙур майҙандарҙа ултыртыусыларға матди ярҙам күрһәтелде. Ошо маҡсатта республикала урман эштәре менән шөғөлләнеүсе учреждениеларға ике тиҫтәләп техника бирелде. Шуларҙың икеһе өр-яңы МТЗ-82.1 маркалы ике трактор һәм МЛУ-1А тип аталған ағас ултыртҡыс, тракторға көрәк беҙҙең райондың “Борай урманы” автоном учреждениеһына ҡайтты.

Һөйөнөслө ваҡиға уңайынан хеҙмәт коллективын ҡотларға килгән район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов урмансыларға башҡарған эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек теләне. Район хакимиәте башлығы йәшел ҡалҡаныбыҙҙың киләсәктә тағын киңәйеүенә, тупраҡта һыу һәм ел эрозияһына ҡаршы көрәштә ауыл эшсәндәренә күрһәтелгән ярҙамдың артасағына ышаныс белдерҙе.

Учреждение директоры Илдар Хәсәнов әйтеүенсә, һуңғы биш йылда район хужалыҡтары баҫыуҙарында барлығы 500 гектар майҙанда баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары ултыртылған. 2019 йылда был хеҙмәттәр 85 гектарҙа планлаштырылған һәм шуның байтаҡ өлөшө үтәлгән. Ағас ултыртыусы универсаль машинала бер юлы ике кеше йәш ағас үҫентеләрен яйланмаға һалып барасаҡ. Хәҙер ҡул көсө техника менән үтеп булмаған урындарҙа, яр һәм ҡырын тау биттәрендә, һаҙлыҡлы ерҙәрҙә генә кәрәк була.

Яңы тракторҙарҙың береһендә механизатор Нәфиҡ Садиҡов ағас үҫентеләре үҫтереү питомнигында агротехник саралар башҡарасаҡ. Икенсеһе учреждениела төрлө урман мәшәҡәттәре менән бәйле эштәргә йәлеп ителәсәк. Үткән яҙ айҙарында “Колос”, “Салауат” йәмғиәттәре һәм Шүнәк ауылында ултыртылған баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары бер нисә йылдан тирә-яҡты матурлап торор, ҡышын ҡар тотоп, тупраҡта дым запасы туплауға ярҙам итер.


Рәүеф Шаматов.


Читайте нас: