Эльвира Бөрмә ауылында тыуып үҫә. Етем ҡалған ҡыҙҙы апаһы Галина Анатольевна Петрова ҡарап үҫтерә. Мәктәпте тамамлағас, Эльвира уҡыуын Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында дауам итеп, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Ошонда уҡығанда буласаҡ тормош иптәше Динар Урал улын осрата. Күп тә тормай йәштәр ғаилә ҡора. Бөгөн улар ике бала үҫтерә: ҡыҙҙарына — өс, улдарына августа бер йәш тула.
— Фатирлы булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Ниһайәт, үҙ йортобоҙ булды! Яҡын арала яңы фатирға күсенергә йыйынабыҙ. Балаларыбыҙ өсөн дә ныҡ ҡыуандыҡ. Яңы йортта бөтә уңайлыҡтар ҙа бар, шатланып, ҡәҙерен белеп йәшәргә генә ҡала, — тип рәхмәтен белдерҙе Эльвира Ильяс ҡыҙы.