Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
19 Июль 2019, 17:52

Асҡын районы Урмияҙ ауылында яңы балалар майҙансығы асылды

«Аныҡ эштәр» балаларға шатлыҡ өләшә

«Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә Урмияҙ ауылында күптән көтөлгән балалар майҙансығы асылды. Ошо уңайҙан ойошторолған тантаналы сараға район хакимиәте башлығы Ришат Дихин, район Советы секретары Рима Нәбиуллина, район Советы депутаты Рөстәм Дәүләтбаев, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Айгөл Сөләймәнова килде.

Ришат Марат улы урмияҙҙарҙың шатлығын уртаҡлашып, барыһына ла сәләмәтлек, именлек теләгәндән һуң, проект сиктәрендә башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләне, райондың социаль-иҡтисади хәленә лә ҡыҫҡаса туҡталды. Урмияҙ һәм Иҫке Күскилде ауылдарында төҙөлгән өс яңы майҙансыҡтың ҡәҙерен белеп, боҙмай-ватмай файҙаланыуҙарын, артабан да ауылдың яҙмышына битараф ҡалмай төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙарын теләне.

Майҙансыҡты урынлаштырыу һәм кәртәләп алыу, ҡом килтереү, ҡорамалдарҙы нығытыу кеүек эштәрҙе ауыл Советы хакимиәте эшселәре Алик Абдуллин менән Илшат Миңлеғәлиев башҡара. Был оҫта ҡуллы ир-егеттәргә һәм бөтә башланғыстарҙа ла әүҙем ҡатнашыусы хаҡлы ялдағы Альфира апай Ҡыямоваға тантана барышында Ришат Марат улы менән Айгөл Нәфис ҡыҙы «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

— Һәр ата-әсә балаһы өсөн борсола. Ҡайҙа, кем менән, нимә эшләп йөрөй? Арттарынан күҙәтеп өлгөрөп тә булмай. Хәҙер, был йәһәттән күңелебеҙ тынысланыр. Балалар ошондай уйын майҙансығы тураһында күптән хыяллана ине. Етмәһә, ҡоролманың ауыл уртаһында булыуы яҡшы, ололар ҙа ғәзиздәребеҙҙе күҙҙән яҙлыҡтырмаҫ, - тип ҡыуаныстарын йәшермәне байрамға килеүсе ата-әсәләр.

Ә балалар майҙансыҡта эштәрҙең аҙағына еткәнен көтәме һуң инде?! Йәй еткәнен һағынған бәләкәстәр, ҡом килтереп ауҙарылғас та, көн һайын ошо урында сыр-сыу килеп уйын ҡора. “Мин ҡустым Илмир менән майҙансыҡтың нисек төҙөлөүен ҡарап, күреп торҙом һәм уның асылыуын көтөп алдым. Хәҙер бында ҡыуанып уйнаясаҡбыҙ”, — ти байрамға килеүсе10 йәшлек Камилла Хисмәтуллина.

Район үҙәк һәм балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн театрлаштырылған сағыу тамаша әҙерләгәйне. Малай һәм ҡыҙҙар уйындарҙа һәм төрлө конкурстарҙа бик теләп ҡатнашып, ихлас уйнаны. Башҡа көндәрҙә лә балалар буш ваҡытын компьютерға текәлеп үткәрмәҫ, ә майҙансыҡта саф һауала уйнар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.


Автор фотолары.

Читайте нас: