Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
8 Июнь 2019, 19:48

Асҡындар Тәтешленән еңеү менән ҡайтты

Тәтешлелә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған республика Шәжәрә байрамы үтте. Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ноғоманова үҙенең Зәғафуран нәҫеле шәжәрәһен тәҡдим итеп, өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ошо сара сиктәрендә ойошторолған "Йәш килен" бәйгеһендә Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Юлиә Әхмәтғәлиева икенсе урын яуланы. Ә "Ғаиләм — минең ҡәлғәм" конкурсында район данын Шишмә-Үрәкәй ауылынан Ибраһимовтар ғаиләһе яҡланы. "Ижади ғаилә" номинацияһы ошо йырлы-моңло ғаиләлә.
Читайте нас: