Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
1 Март 2019, 14:08

Борайҙар республика бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаны

27 февралдә Балалар ижады йортоноң “Вокал” берләшмәһе тәрбиәләнеүселәре Нефтекама ҡалаһында үткән бәйгенән еңеү менән ҡайтты. Улар балалар һәм үҫмерҙәр ижадының “Талантҡа сик юҡ” I республика фестиваль-конкурсында ҡатнашты.

“Ынйыҡайҙар” вокал ансамбле “Халыҡ йыры” номинацияһында — II, ә ансамбль солистары Регина Вильданова менән Русалина Ишморатова “Эстрада йыры” номинацияһында III дәрәжә лауреаты булды (педагогтары Илмира Әмирова).
Читайте нас: