Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
11 Ғинуар 2019, 13:12

Асҡын районы Солтанбәк ауылында йәшәүсе Насртдиновтар "Йәнтөйәк"кә яҙылып, бүләккә велосипед отто!

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булған Фәниә һәм Рәүзәт Насртдиновтар һәр Яңы йылды яҡты хыялдар, өмөттәр менән көтөп ала. Быйылғыһы бигерәк тә үҙенсәлекле, мөғжизәле була. Күмәк бала тәрбиәләүсе был тырыш ғаилә “Гәзиткә яҙыл да бүләк от!” акцияһында ҡатнашып, велосипед отто!
2018 йыл Насртдиновтар өсөн айырыуса уңышлы, иҫтәлекле була. Ете бала тәрбиәләүсе ғаилә август айында үҙ көстәре менән төҙөп сыҡҡан яңы йортҡа күсә. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул: ҙур заманса йортта һәр кемдең үҙ бүлмәһе йыһазландырылған, йылытыу системаһы ла уйланылған, һыу ҙа үткәрелгән, хатта санузел да бар. Иң һөйөнгәндәре, әлбиттә, балалар! Татыу ғаиләлә береһенән-береһе һылыу ете ҡыҙ тәрбиәләнә. Исемдәре һуң нисегерәк матур, мәғәнәле: Таңһылыу, Алһыу, Ләйлә, Мәрйәм, Мәликә, Мәдинә, Дания! Таңһылыу ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. БДУ-ның химия факультетын тамамлап, лаборант булып хеҙмәт юлын башлай. Әле ул декрет ялында, тормош иптәше Булат менән Даян исемле ул тәрбиәләйҙәр. Икенселәре Алһыу ҙа БДУ-ла география факультетында уҡыған. Ошонда уҡ ситтән тороп магистратураға инә. Ә ҡалған биш ҡыҙ әлегә ата-әсәһе эргәһендә. Ләйлә — VII, Мәрйәм — V, Мәликә III класта тырышып уҡый. Дүрт йәшен тултырыусы Мәдинә менән ике йәшлек Дания балалар баҡсаһына йөрөй. Шулай, балаларҙың һәр береһе һәләттәре, яҡшы уҡыуҙары менән ата-әсәһен һөйөндөрөп, тормоштарына йәм биреп, нурландырып тора.

Ғаилә башлығы Рәүзәт Шәүкәт улы 23 йыл мәктәптә эшләй, шуларҙың 18 йылы директор вазифаһында. Фәниә Хәниб ҡыҙы ла һөнәре буйынса уҡытыусы, декретҡа тиклем мәктәптә китапханасы булып эшләй.

Фәниә менән Рәүзәт Насртдиновтар үткән йылда көмөш туйҙарын да билдәләй. Улар 25 йыл бер-береһенә — терәк-таяныс, балаларына — бына тигән хәстәрлекле атай-әсәй, ейәндәренә яратҡан өләсәй-олатай булып бәхетле ғүмер кисерә.
Читайте нас: