Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
9 Ғинуар 2019, 13:28

Мишкәнән Рим Ғәлимов Өфөнән еңеү менән ҡайтты

Рим Финат улы Өфө ҡалаһында үткән «Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар» күргәҙмә-фестивале сиктәрендә ойошторолған “Оҫта – алтын ҡулдар” конкурсында еңеү яуланы. Бишенсе юбилей күргәҙмә-фестивале Бөтә Рәсәйҙең оҫталарын йыйҙы. Быйыл ижади форумда республикабыҙҙың 52 районынан 350 оҫта ҡатнашты. Рәсәйҙең 19 төбәгенән ҡатнашыусылар булды. Быйыл беренсе тапҡыр сараға күрше Татарстан Республикаһынан, Киров өлкәһенән, хатта Белоруссиянан да килгәндәр.

Күргәҙмә-фестивалдең төп маҡсаттарының береһе – 2020 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәреләсәк Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек.

Мишкә районы намыҫын оҫта ҡуллы ағалы-ҡустылы Рим һәм Дим Ғәлимовтар яҡланы. Уларҙың эштәре һәр ваҡыт халыҡта һоҡланыу тойғоһо уята.

Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостандан Федерация советы ағзаһы, фән, мәғариф һәм сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Хәлил Рәхимов, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡалар ҡатнаша.

Күргәҙмә-фестивалгә килеүселәр оҫталарҙың тәбиғи материалдарҙан, күңел йылыһын һалып эшләгән эштәрен һатып алыу мөмкинлегенә эйә булды.

Тәбиғәте менән баҫалҡы Рим Финат улы күбеһенсә башҡаларҙың эше тураһында һөйләй. Ә бына жюри ағзалары уның эштәрен иң яҡшыһы тип тапты һәм ул “Оҫта – алтын ҡулдар” конкурсының “Ағасты художестволы эшкәртеү” номинацияһында еңеүсе тип табылды. Еңеүсегә 30 000 һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Рим Финат улын ҙур еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Читайте нас: