«Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» республика программаһы сиктәрендә Шишмә-Үрәкәй ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Стеналары әҙер, ә түбәһе алдағы йылдың башында буласаҡ. Пункт 204 кешене хеҙмәтләндерә.
1957 йылда төҙөлөп, мейес яғып йылытылған иҫке бина урынына замансаһы төҙөләсәгенә бигерәк тә фельдшер Резеда Караметдинова шат. Әйткәндәй, ул ғаиләһе менән Мишкә районынан күсеп килгән. Үҙенең 50 йәшен билдәләү шатлығына “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса аҡса алыу һөйөнөсө лә ҡушылған.