Туймазыла “Оҙон көй” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсының гала-концерты үтте.
Конкурста республиканың һигеҙ ҡалаһынан һәм 22 районынан, Ҡазан, Силәбе ҡалаларынан, Ҡаҙағстандан барлығы 69 кеше ҡатнашты. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға Ғафури районынан Рәмил Ҡотосов лайыҡ булды.
Был конкурста Балтас районынан Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Азалия Хәсәнова, Айгиз Хәйҙәршин (уҡытыусылары Рәзидә Әхмәтова), Сөмбөл Солтанғәлиева, Амалия Ғәйниәхмәтова (уҡытыусылары Рая Хәмәева, Илшат Нурҡаев аккомпаниатор) ҡатнашты. Балалар һәр турҙа икешәр башҡорт халыҡ йыры башҡарып, лайыҡлы сығыш яһаны. Айгиз Хәйҙәршинға “Оҙон көй башҡарыу традицияларына тоғролоғо өсөн” номинацияһында махсус приз бирелде. Сөмбөл Солтанғәлиева конкурстың дипломанты булды. Амалия — II, Азалия III дәрәжә лауреат исемен яуланы. Өҫтәүенә, Амалия — телевизор, Азалия кеҫә телефоны менән бүләкләнде. Бынан тыш, ҡатнашыусыларҙың дүртеһе лә өсәр мең һум аҡсалата бүләк тә алды.
— Быйыл конкурсанттар араһында сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре аҙ булды. Мәҫәлән, Айгиз өлкәндәр менән бер категорияла көс һынашты. Уҡыусыларыбыҙ ҙур теләк менән бындай бәйгеләрҙә ҡатнаша. Конкурстарҙа улар төрлө йырҙар отоп ала, репертуарҙарын байыта, ижади яҡтан үҫә, камиллаша, — ти Рәзидә Әхмәтова.