Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
17 Октябрь 2018, 13:01

Альберт Хәйеров “Мишкә районының Почетлы гражданы” исеменә лайыҡ булды

Альберт Хәйеров медицина өлкәһендә күп йылдар эшләгән тәжрибәле табип. Күптән түгел ул “Мишкә районының Почетлы гражданы” исеменә лайыҡ булды. Был маҡтаулы исем медицина ветеранына райондың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бирелде.


Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Альберт Хәйеров 1951 йылда районыбыҙҙың Мишкә ауылында тыуа. Сәлих һәм Зөһрә Хәйеровтар ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә. Әйткәндәй, балаларҙың барыһы ла киләсәктә табип һөнәрен һайлай.

1968 йылда Мишкә урта мәктәбен тамамлағас, Альберт Сәлих улы медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. Студент йылдары күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, йәш белгес Өфө 5-се дауаханаһының неврология бүлегендә невропатология буйынса интернатура үтә. 1975 йылда тыуған районына эшкә ҡайта.

— Өс йыл Мишкә үҙәк район дауаханаһында невропатолог булып эшләнем. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә табип булараҡ ҙур тәжрибә тупланым. Бигерәк тә төнгө дежур эше тыныс үтмәй ине. Бер ваҡиға хәтеремдә ғүмерлеккә уйылып ҡалды — Сурай яғынан бите бысҡы менән киҫелгән бер ҡатынды алып килделәр. Дежур хирург булмау сәбәпле, беҙ шәфҡәт туташы Маша Хәмәтнурова менән был ханымдың битен тектек. Пациенттың бите тиҙ арала төҙәлде, хатта теккән урыны ла беленер-беленмәҫ кенә ҡалды. Һуңынан тәжрибәле хирургтар эшебеҙгә юғары баһа бирҙе.

һөнәрем арҡаһында үҙ эшенә бар күңел йылыһын һалған юғары квалификациялы медицина хеҙмәткәрҙәре менән таныштым. Улар араһында медицина бүлеге начальнигы Игорь Палтусов, кардиолог Валерий Лоҡманов, хирург Константин Чистяков, инфекционист Рәфис Мирсаяпов, күҙ табибы Марс Аллаяров бар. Шулай уҡ шәфҡәт туташтары Фәнүзә Абзалтдинова һәм Сәбихә Мостафина менән эшләгән йылдарҙы йылы хәтирәләр менән иҫкә алам. Улар барыһы ла үҙ эшенең оҫталары, — тип һөйләй Альберт Сәлих улы.

1978 йылда ул Башҡорт дәүләт медицина институтының нерв ауырыуҙары кафедраһына ике йылға ординатураға уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына физиотерапия бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләнә. Өс йылдан һуң 21-се ҡала клиник дауаханаһына ошо уҡ вазифаға күсерәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Альберт Хәйеров тырышып шунда эшләй.

Альберт Сәлим улы маҡсатсан, ныҡышмал кеше булараҡ, һәр ваҡыт нимәлер өйрәнергә, белергә тырыша, яңылыҡҡа ынтыла. Харьков, Ужгород, Ҡырым медицина институттарында квалификация күтәреү курстары үтә, Мәскәү, Чебоксар, Өфө ҡалаларында үткәрелгән семинарҙарҙа ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш физиотерапевы булараҡ, төрлө райондарға командировкаларға сыға. Йәш белгестәргә һәм ауырыуҙарға практик ярҙам күрһәтә.

— Әлбиттә, табип сирлеләргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә, уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн барын да эшләргә бурыслы. Сөнки кеше ғүмере — иң ҙур байлыҡ. Әммә мин һәр ваҡыт шуны әйтәм: күп нәмә кешенең үҙенән тора. Әгәр пациенттың һауығыу теләге, үҙ көсөнә ышаныуы ҙур була икән, ул тиҙерәк терелә. Күп ауырыуҙарҙың сәбәбе — ялҡаулыҡ. Физиотерапевт булараҡ, барыһына ла гимнастика менән шөғөлләнергә кәңәш итәм. Ундайҙарҙың күп ауырыуҙарҙан ҡотолғанын беләм. Тағы ла бер кәңәш — спиртлы эсемлектәр эсеү, наркотиктар һәм тәмәке тартыу — белә тороп үҙ-үҙеңде упҡынға этәреү ул, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша тәжрибәле табип.

Альберт Сәлих улы сәләмәт тормош алып бара. Спорт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән кеше ул. Ваҡытында мәктәпте 1-се разрядлы саңғысы, район чемпионы булып тамамлай. Студент йылдарында күп тапҡырҙар Һаулыҡ һаҡлау министрлығының саңғы буйынса чемпионы, биатлон буйынса призеры була.

2010 йылда юғары категориялы табип “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеменә лайыҡ була. 2012 йылда ул хаҡлы ялға сыға һәм үҙен тулыһынса ғаиләһенә бағышлай. Тормош иптәше Рәйсә Рәүил ҡыҙы — күҙ табибы. Хәйеровтар улдары Рәсим менән ҡыҙҙары Асияға матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған. Хәҙерге көндә улар бер ейән һәм дүрт ейәнсәргә олатай-өләсәй булған. Яйы сыҡҡан һайын Альберт Сәлих улы тыуған районына ҡайтып, Татарбай, Оло Шаҙы ауылдарында йәшәгән туғандарының хәлен белә, район тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора.

Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Читайте нас: