Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
16 Октябрь 2018, 14:10

Балтастың нәфис һүҙ оҫталары бәйгенән еңеү менән ҡайтты

Күптән түгел Краснокама районында “Ата-бабалар ауазы” төбәк-ара әҙәби-поэтик фестиваль-конкурсы үтте. Унда районыбыҙҙан нәфис һүҙ оҫталары Нәзинә Хөснимәрҙәнова, Фәнәзиә Вәлиева, һәүәҫкәр шағирә Асия Мостафина ҡатнашты.


Бәйгенең маҡсаты — нәфис һүҙ жанрын популярлаштырыу, халыҡ ауыҙ-тел ижадын башҡарыусы һәүәҫкәрҙәр араһында күренекле яҙыусыларҙың тарихи мираҫын белеү дәрәжәһен асыҡлау. Фестиваль өс номинацияла үтте: һөнәри һәм һәүәҫкәр шағир-публицистар, һәүәҫкәр нәфис һүҙ оҫталары, сәсәндәр.

Беренсе этапта барлыҡ башҡарыусылар ҙа сығыш яһай, икенсе турҙа һайлап алынған бәйгеселәр шиғырҙар уҡый. Иштирәк ауылынан Нәзинә Хөснимәрҙәнова — Рәми Ғариповтың “Яндырылмаған хаттар”, Иҫке Балтастан Фәнәзиә Вәлиева Ғакил Сәғировтың “Гармун” әҫәрҙәрен уҡып, “Уҡыусы-башҡарыусы” номинацияһында дипломдар менән билдәләнде. Көнтүгеш ауылынан Асия Мостафина иһә үҙе ижад иткән “Фирҙәүес бәйете”н “Аманат” фольклор төркөмө менән башҡарҙы. Бәйет Көнтүгеш ауылы егете — Чечен Республикаһында барған һуғышта һәләк булған Фирҙәүес Бәләғетдинов иҫтәлегенә бағышланған. Асия Мостафинаның сығышы жюри тарафынан юғары баһаланды. Ул “Шағир-публицист” номинацияһында II урынға лайыҡ булды.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: