Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
6 Июль 2018, 13:13

Асҡын егете, башҡорт эстрадаһы ”йондоҙо” Марат Шәйбәков Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды! Ҡотлайбыҙ!

Кисә, 5 июлдә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Төрлө өлкәләрҙә иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә наградаларҙы һәм маҡтаулы исемдәрҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Евгений Маврин тапшырҙы. Дәүләт наградалары алған 54 кеше араһында Марат Шәйбәков та булыуы һөйөнөслө. Һәләтле яҡташыбыҙ республиканың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.
"Йәнтөйәк"тәр.
Читайте нас: